top of page

Үҙем тураһында

                  Үҙем тураһында...               

 Педагогик эссе.

 

Балаларыгыҙҙы үҙегеҙҙең заманыгыҙҙан

                                                    башҡа заман өсөн уҡытығыз, сөнки улар

                                                    һеҙҙең заманығыҙҙан башҡа бер заманда

йәшәү өсөн доньяга килгәндәр.

 Р.Фәхретдин 

 

 

Мин Бүздәк  районы 1 се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Таһирова Әлфиә Радик  ҡыҙы булам.

  Кесе йәштән үк телемде ихтирам итеп, уның менән ғорурланып йәшәнем. Тел - әсә тарафынан балаға күскән иң изге һәм матур моғжиза ул, минеңсә. Ана менән бала араһында тыуған изге уйҙар , якты хистәр бары туған телеңдә һөйләшкәндә генә барлыҡҡа килә. Ә улар, үҙ сиратында, баланың тыуған еренә, халҡына, милләтенә булған ихтирамын арттыра.

Туған телемә булган мөхәббәтте миндә иң беренсе әсәйем уятты. Башҡа балалар кеүек мин дә бишек йырҙары тыңлап, әкиәттәр уҡып үҫтем.   Ә инде бала  саҡ хәтирәләренә килгәндә, бигерәк тә ял көндәрендә әсәйем менән бергә спектакельдәр караған, радиопостановкалар тыңлап ундағы һоҡландырғыс та, могжизалы ла булған хәл – вакигалар  тураһында һөйләшкәнебеҙ матур хәтирә булып күңелемдә һаҡлана. Мин ундағы геройҙар менән бергә йәшәп, уларҙың хис- тойғоларын үҙ күңелем аша үткәрә инем. Ошолар мине  туған тел уҡытыусыһы булырға этәргәндер, тип уйлайым.

Уҡытыусы булыу теләгемде тормошҡа ашырыр  өсөн  Туймазы  педагогия колледжын, М.Аҡмулла исемендәге Өфө педагогия институтын тамамлаған көндән башлап, үҙ телемә, үҙ һөнәремә тоғро хеҙмәт итүем дә юҡҡа булмаганы тураһында бөгөн әйтә алам. 

Үҙем башҡарған эштең ниндәй яуаплылыҡ талап иткәнен йылдар үткән һайын ныгырак төшөнә барам .                                                                       Мәктәп,уҡыусылар тураһында һөйләгәндә, хәтергә күптән билгеле  риүәйәт килә.   Ҡасандыр бик боронго замандарҙа, Грециәнең  изге Олимп тауында үлемһеҙ һәм зирәк  аллалар йәшәгән, ти. Улар бик татыу  булғандар һәм рәхәт көн күргәндәр. Ябай кешеләр тауға менә алмаған,  сөнки тау  сихри көскә эйә булған . Ләкин ваҡыт  үтеү менән,  халҡы өсөн бөйөк эштәр башҡарған, ҙур батырлыҡтар күрһәткән, тырыш һәм аҡыллыларға, изге тауға менеп, аллаларға  тиң тормош менән йәшәү бәхете тейгән, ти.

        Бөгөнгө ҡатлаулы заманда, яңынан–яңы уҡыу-уҡытыу технологияләре,  бер-береһен уҙҙырып, мәгәриф системаһын тетрәндереп торғанда, уҡыусыларыбыҙ ҙа көн һайын “Олимп” тауының төрлө баҫҡыстарын яулай түгелме һуң? Эйе, һәр һөнәр, йәшәешебеҙҙең һәр тармағы иртәме–һуңмы мәктәпкә килеп тоташа. Белем алыу юлы ҡыенлыҡтар, яңы белемдәр, эҙләнеү аша   үтеүен балаларға аңлатыусы, зиһендәренә төшөндөрөүсе беҙ ул - уҡытыусылар. Шуның менән дә ул изге һөнәрҙәрҙең береһе булып тора.   

Һәр бала шәхес, йәки ижади шәхес икәнен барыбыҙ ҙа аңлайбыҙ. Уны нисек үҫтерергә? Был һорау әлеге көндә үҙенең актуаллеге менән беҙҙе,уҡытыусыларҙы, бик борсой.  Рус мәктәбендә уҡып белем алған уҡыусының белем дәрәжәһен асыҡлап,  туган телде өйрәнеүгә ынтылыш ҡына түгел, уға тәрән мөхәббәт һәм ихтирам хисе тәрбиәләргә лә кәрәк. Баланың тәбигәт тарафынан бирелгән сәләтен асып, уны ижади шәхес  булараҡ тәрбиәләү-  бөгөн заман тәләбе булып тора. Уҡытыусы, минеңсә, үз эргәһендә яҡшылык, бер-береңде аңлау, хөрмәт итеү атмосфераһын тыуҙырырға тейеш. Был бигерәк тә миңә - туган тел уҡытыусыһына -  ҙур бурыстар өҫтәй. Эште нимәнән башлайым һуң?  

Иң беренсе сиратта, балалар мәктәпкә килгәс, диагностика үткәрәм.  Уҙған уҡыу  йылындагы   был эш ҡыҙыҡлы ғына нәтижәләр бирҙе. ”Тыуған телемде ни өсөн өйрәнәм?” тигән һорауға  “бөтә талаптарҙы ла төгәл үтәргә тырышам”-86% (79%),  “туған телемде тәрәнерәк өйрәнеү теләге”- 52% (49%), “дәрестәге эшсәнлектән кәнәгатлек табам”-73% (63%), “мине белемдәр генә түгел, уны табыу ыҫулдары ҡыҙыҡһындыра”-72% (64%),”дәрес мауыҡтырғыс үтә”-78% (52%), “ижади эштәрҙе башҡарғанда ҡәнәғәтлек табам”- 61% (42% - күрһәткестәр ике  уҡыу йылын сағыштырып бирелде). Туған тел дәрестәрендә ижади фекерләү  теләге булған уҡыусылар һаны ла йылдан-йыл арта бара.

       Уҡыусылар дәрескә ниндәй кәйеф менән килә һуң? Был һорауға яуап биреүселәрҙең 72%- ҡыҙыҡһыныу менән, 27,5%- күтәренке күңел, 0,5%- ҡурҡыу,  битарафлыҡ менән тип яуап бирҙе. Һуңғыһы  телде белмәүҙән һәм  ҡыйынлыҡтар кисереүҙән килә, әлбиттә.

   Алда әйтеп үтелгән нәтижәләрҙе иҫтә тотоп, мин эшсәнлегемдең төп маҡсатын билгеләнем. Ул- һәр баланың сәләтен асыу һәм шул нигеҙҙә һәр уҡыусының шәхесен үҫеш режимына сығарыу. Компьютер, кеҫә телефондары, скайп заманында баланы туган тел менән ҡыҙыҡһындырыу бик ауыр. Әммә тел – ана һөтө менән бирелгән иң ҡиммәтле бүләк. Туған телдә матур, тасуири итеп һөйләргә өйрәтеү, уға  мөхәббәт тәрбиәләү– төп маҡсаттарымдың  береһе.

      Маҡсаттан сыҡҡан төп бурыстарым: шәхескә   рухи үҫеш тәэмин итеү, функциональ грамоталы шәхес үҫтереү, төрлө мәҙәниәтле халыҡтарҙың гөрөф-гәҙәттәрен  ихтирам итеүсе  шәхес тәрбиәләү, универсаль белем күнекмәләрен  туплау, проект-тикшеренеү эшсәнлеген үҫтереү, белемдәрҙе тормошта ҡуллана алыу мөмкинлектәрен асыу.

Туған телгә өйрәтеү тигән һүз уҡытыусының дәрестә генә түгел, дәрестән тыш эшсәнлеген дә үҙ эсенә ала. Эшсәнлегебеҙҙең төп шарттарының береһе- шатлыҡ аша уҡытыу һәм тәрбиәләү .  Йәшерен түгел, һәр баланың аң-белем дәрәжәһе һәм мөмкинлектәре төрлөсә. Дәреҫтә һәр уҡыусыны ҡыҙыҡһындырып ебәрергә тырышам: “был ҡыҙыҡ”, “был минең фекерем”, “был аңлайышлы”, “мин быны үҙем яһаным”, “мин дә эшләй алам”,  кеүек һүҙбәйләнештәр йыш яңғырай. Бөйөк Аристотельдың һүҙҙәре хәтергә килә: ”Танып-белеү гәжәпләнеүҙән башлана”.  Эйе, бала гәжәпләнерлек ситуациялар тыуҙырыу, уларҙы сисеү юлдарын эҙләү - һәр дәресемдең нигеҙе булып тора.Уҡыусыларҙың фән менән ҡыҙыҡһыныуҙарын арттырыу өсөн уйын- дәрес,төркөмдәрҙә эшләү, ҡатнаш дәрес, дәрес- экскурсия, дәрес - КВН, дәрес- осрашыу, дәрес- сәйәхәт дәрестәре үткәрәм.

Балалар тормошонда уйындың әһәмиәте ҙур.Уйынды бигерәк тә уртаса класс уҡыусылары ярата. Уйын бала шәхесенә ыңғай йоғонто яһай, уның аҡыл үҫешен активлаштыра, балала хистәр эшсәнлеген көсәйтә, ихтыяр көсө тәрбиәләй. Уйын – ижад эшенең беренсе аҙымы. Ошоно иҫтә тотоп, мин дәрестәрҙә уйындар ҡулланам һәм яҡшы ғына һөҙөмтәләргә ирешәм, тип уйлайым.

            Туған тел дәрестәрендә  кроссвордтар, ребустар сисеү, тестар эшләү- уҡыусыларымдың яратҡан эше. Уларҙы үҙем дә тәҡдим итәм, үҙҙәре лә өйҙә төҙөп алып киләләр. Был алымды ҡулланыу уҡыусыларымдың логик фекерләү һәләтен үҫтерә. Тестар аҙ ғына ваҡыт эсендә уҡыусыларҙың белеменә дөрөҫ баһа  бирергә мөмкинселек аса.                                                          Беҙҙең   1 се һанлы   мәктәптә уҡыусыларҙың сәләтен һәр яҡлап үҫтереүгә ҙур әһәмиәт бирелә. Бала шәхесен үҫтереүгә йүнәлтелгән бар шарттар ҙа мәктәптә бар. Зауыҡ менән эшләнгән бинала урнашыуы менән бер рәттән, заманса информацион-коммуникацион техник әсбәптар, уҡыу кабинеттары менән тулыһынса тәэмин ителгән.   

Бөгөнгө көндә ата - әсәләр тарафынан, телебеҙгә ҡарата тейешле иғтибар етмәү мине борсолдора. Йылдар үтеп, динебеҙҙе, телебеҙҙе хөрмәт итмәгән йәштәребеҙ күбәя. Минеңсә, башҡорт теле, туған тел булараҡ, кешеләр араһында үҙ-ара аралашыу ҡоралы ғына түгел, дәүләт эштәрендә лә тулы хоҡуҡҡа эйә тел булырга тейеш...        

  Уҡытыусы һәр ваҡыт эҙләнергә тейеш,  ә инде үҙе эҙләнмәй икән, балаларға белем орлоғон һала алмай. Минең эшем дә  игенсе эше  кеүек. Балалар күңеленә  белем орлоҡтарын сәсәм. Шул шытымдар үҫеп , илебеҙ ҡеуәтен арттырырҙай  шәхестәр булып  өлгөрәләр икән, был – уҡытыусының хеҙмәт  емеше, ягъни минең дә хеҙмәт емешем тигән һүз.

Һәр көн һайын үҙ туған теленең нескәлектәрен асып, аңлап, үҙ “олимпын” яулаган балага ярҙам ҡулы һуҙу – беҙҙән, уҡытыусыларҙан ҙур оҫталыҡ талап итә.

Мин ышанам: минең уҡыусыларым алдағы тормоштарында  туган телдәрен  һаҡлауға үҙ өлөштәрен дә индерерҙәр, тыуып үҫкән ерҙәренең ҡәҙерен белерҙәр, милләтебеҙҙең изге гөрөф ғәҙәттәрен һаҡларҙар. Бөгөнгө  көндә мин үҙемде бик бәхетле тип уйлайым: яратҡан эшем, ярҙамсыл  хеҙмәттәштәрем, мине хөрмәт итеүсе уҡыусыларым һәм ата- әсәләр булыу – үҙе ҙур бәхет. Тимәк, уҡытыусы һөнәрен һайлап  бер ҙә яңылышмағанмын.                       

bottom of page