top of page

Уҡыусылар ижады

Тыуған яғым.

 

                                                              Кунафина Элина, 8 –се класс уҡыусыһы.

 

 

   Кеше тормошонда иң кәрәк нәмә, минеңсә тыуған яҡ, атай -әсәй, бала саҡ, мәктәп тормошон айырып әйтергә була. Ошолар  тураһындағы иҫтәлектәр кешенең ғүмерлек юлдашы була.

   Ниндәй генә кеше булмаһын, уның тормошон тыуған илһеҙ күҙ алдына килтереп булмай. Ҡайҙа ғына тыумаһын, ниндәй генә илдә бала сағын үткәрмәһен, үҙ Ватанын ул кеше өсөн бер ни ҙә алыштыра алмай.

    Башҡа ергә сығып китһәң, һиңә үҙ яғыңдың әрәмәлеге лә, ҡай сандыр һин яратмаған ябай нәмәләр ҙә ҡәҙерле була башлай.

   Ҡайһы  ваҡыт яҙмыш елдәре бик уҫал булып, кешеләрҙе үҙ ерҙәренән айырып алып китә, улар сит ерҙәрҙә йәшәргә мәжбүр була.

   Мин үҙемә лә һәм шулай уҡ башҡаларға ла бындай ҡатмарлы һынауҙар теләмәҫ инем. Сөнки мин тыуған еремдән бер нисә көнгә генә лә айырылһам да, һағына башлайым.

   Тыуған яҡ тураһында һүҙ барғанда, тел тураһында ла оноторға ярамай. “ Иле барҙың – теле бар” тигән халыҡ мәҡәле. Был мәҡәлде хәҙерге йәштәр хәтерҙәренән сығармаһын ине. Сөнки ҡайһы ғына ҡалаға барып керһәң дә, унда үҙ туған телдәрендә һөйләшергә оялған йәштәрҙе осратырға мөмкин.

Туған телеңә ҡарата бындай һалҡын ҡараш дауам итһә, минеңсә, телдең бөтөнләй юҡҡа сығыуы бар.

   Кеше тормошонда иң әсе ҡайғыларҙың береһе – тыуған яғыңдан айырылыу. Бындай яҙмышты хатта дошманыңа ла теләп булмаҫ ине, шуға күрә, минең уйлауымса, тыуған яҡты хөрмәт итеү һәм һаҡлау – һәр кешенең изге бурысы.

 

 

 

Тыуған яғым.

 

                                        Булатова Айгөл,6 - сы класс  уҡыусыһы.

 

  Үҙ илеңдең ҡәҙерен белеү өсөн ситтәргә китеп ҡарау кәрәк микән. Берәүҙәр уның матурлығын ситтән дә күрмәҫкә мөмкин, икенселәр тыуған ерендә йәшәгән һәр көндөң ҡояшына эйелеп сәләм бирә. Күп кешеләргә тыуған еренән айырылырға тура килә.

   Мин дә тыуған ауылымдан айырылып киттем. Мин Түреш ауылында тыуып үҫкәнмен, беренсе һүҙемде шунда әйтеп, беренсе тапҡыр мәктәп тупһаһына баҫҡанмын.

   Тыуған ауылымда миңә һәр ер таныш. Уның ҡайҙа ниндәй таш ятҡанына, ниндәй үлән үҫкәненә тиклем беләм. Ауылымды үҙ төҫө, үҙ йәме, үҙ еҫе өсөн яратам. Унда минең тыуған йортом йыраҡ урынлашҡан ауылдарҙан да күренеп тора. Әллә ҡайҙан, бына мин ниндәй. тип зәңгәр ҡалай түбәләре сәләм бирә.

   Минең тыуған ауылым бай. Уның кешеләре лә кешелекле, асыҡ йөҙлө, эшсән. Урмандар бик йыраҡ булһа ла, таҙа бүрәнәле йорттар һала, күп мал –тыуар тота, еләк- бәшмәк йыя минең ауылдаштарым. Шишмәләре, мул һыулы йылғалары менән дә маҡтана ала әле минең халҡым.

   Түреш ауылында минең иң яҡын дуҫтарым да бик күп. Синыфыбыҙҙа бөтәбеҙ ҙә бик дуҫ инек. Мин өс клас уҡып бөткәс, беҙ ғаиләбеҙ менән Бүздәккә күсеп килдек. Беренсе көндәрҙә бик ауыр булды. Хәҙер инде өйрәндем. Бында ла минең дуҫтарым күп. Бүздәк тә минең икенсе тыуған яғыма әйләнде. Ул миңә яҡын һәм ҡәҙерле.

   Минең уйлауымса, һәр кем үҙ тыуған яғын  хөрмәт итеп, уны һаҡларға тейеш.

 

 

 

Минең   туған телем.

 

 

                                                              Мостафина Альбина, 6 сы класс  уҡыусыһы.

 

 

         Тәпәй баҫып киткән ерем – ул минең тыуған төйәгем. Унда миңә атайым, әсәйем үҙҙәренең йылыһын бүләк иттеләр.

  Тыуған ауылым – Бүздәк. Бүздәгемде бөтә яҡлап та матур-матур ағастар уратып алған. Мин һәр саҡ йыл миҙгелдәрен көтөп  алам.  Сөнки ҡыш булһа-санала шыуам,йәй булһа-олатай,өләсәй янына ҡайтып еләк-емеш йыйып, һыу инеп рәхәтләнәм.

         Мин үҙем  алтынсы синыфта уҡыйым. Мин уҡыған мәктәп ҙур һәм күркәм. Ошо мәктәптә уҡыуым менән ғорурланам һәм сикһеҙ шатланам. Мәктәптә беҙ русса һөйләшәбеҙ. Ә үҙебеҙҙең туған башҡорт телен өйрәнәбеҙ. Башҡорт теле ул-үҙебеҙҙең яҡын һәм яратҡан телебеҙ. Был телде өйрәнеү өсөн мәктәбебеҙҙә бөтә шарттар ҙа булдырылған. Башҡорт теле аҙналыҡтары үткәрелә. Был аҙналыҡтарҙа беҙ төрлө конкурстар үткәрәбеҙ. Мәҫәлән, башҡорт поэзияһын һөйөүселәр, иншалар конкурсы, яҡташ яҙыусылар ижады буйынса конференциялар була. Беҙ ошо конкурстарҙы яратып, уларҙа ҡатнашып беренсе урындар алабыҙ. Мин үҙем башҡорт телен бик яратам һәм башҡорт телендә сыҡҡан журналдарҙы яратып уҡыйым.

           Үҙем  өсөн мин бер бәләкәй  генә әйберҙе  аңланым: Башҡортостанда йәшәп-үҙеңдең туған башҡорт телеңде яратып уҡырға һәм ошо телдә һөйләшергә кәрәк.

”Туғанынан яҙған-ярты етим.,туған теленән яҙған-мең етем”-тип   Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев бик дөрөҫ  әйткән.

         Мин үҙемдең Башҡортостанымды һәм башҡорт телен бик яратам һәм тыуған илем менән ғорурланам. Башҡортостаным бит ул-һөйөклө ғәзиз ер! Башҡортостаным бит ул-хөрмәтле данлы ил! Һәм киләсәктә лә, беҙ, йәштәр, уның сәскә атыуын теләйбеҙ һәм ошоға көс һалырбыҙ, тип уйлайым!

 

 

 

 

 

 

 

                                                                                                                     

 

 

Башҡорт теле  һәм Башҡортостан

 

                              Мусина Эмилия,8 – се класс уҡыусыһы.

 

 

Башҡортостан!

Ғорурланам һинең менән.

Тыуғанғамы һинең ереңдә?

Ғорур баҫып  үтәм урамдарҙан,

Ҡанат үҫкән  кеүек иңемдә.

Яратам мин тыуған төйәгемде,

Яратам мин башҡорт моңомдо.

Яратам мин ата-әсәйемде,

Яратам мин Тыуған илемде.

 

    Һәр кешенең тыуған ере, Тыуған иле була. Беҙҙең тыуып- үҫкән  илебеҙ - Башҡортостан. Мин ошо  илдә тыуып йәшәүемә бик шатмын. Минең республикам  - күп милләтле республика. Урыҫы ла, татары ла, удмурты ла,  марийы ла Башҡортостанымды бер  туғандай яраталар.

    Һәр халыҡ  үҙенең ҡабатланмаҫ милли  үҙенсәлектәре менән кешелек йәмғиәтен байыта, уға яңы биҙәктәр өҫтәй . Беҙҙең республикабыҙ был яҡтан да башҡа өлкәләргә, республикаларға өлгө  итеп ҡуйырлыҡ.

  Тыуған илде туған телдән башҡа күҙ  алдына килтереп булмаған  кеүек, тыуған ергә булған һөйөүҙән айырып ҡарап  булмай.

   Туған тел, тыуған ил…. Бөгөнгөһө  көндө был һүҙҙәрҙе республикамда  һәр кем хөрмәт  менән әйтә. Бер – береһенә ауаздаш был ҡәҙерле  һүҙҙәрҙә Ватанға  мөхәббәт хистәре сағыла.

     Минеңсә, үҙенең  туған теленә, тарихына хөрмәт  менән ҡараған кеше  генә  башҡа телдәрҙе  хөрмәт итә алалыр. Тәрбиәле кеше, тәрбиәле быуын – ышаныслы бөгөнгөбөҙ, өмөтлө киләсәгебеҙ ул.

    Хәҙерге ваҡытта бөтә Рәсәй күләмендә, шулай уҡ республикамда  ла һәр кеше үҙенең  туған,  ата- әсәһенең аҫыл  телен мотлаҡ  белергә тейеш.

     Беҙҙең район  мәктәптәрендә лә һәр уҡыусының үҙ туған телен өйрәнеүгә  етди  иғтибар  бүленә. Үҙ  телеңде  яҡшы белеү – һәр  уҡыусының, кешенең  бурысылыр, минеңсә. Әгәр ҙә  һин үҙ телеңде  яҡшы беләһең икән,  һин башҡа  фәндәрҙе лә яҡшы үҙләштерәсәкһең. Туған  телен белмәгән баланы үҙ халҡының  тарихы, бөгөнгөһө һәм киләсәге  ҡыҙыҡһындырмай. Ул ата – бабаларының рухи  байлығынан, йолаларынан мәхрүм  булып үҫә. Үҙ туған  телен  белгән һәм һөйгән кеше генә  башҡа халыҡтарҙың  теленә, үткәненә,  йыр – моңона ихтирам менән ҡарау һәләтенә эйә булалыр. Хәҙерге  ваҡытта республикабыҙға ата – бабаларыбыҙҙың ғөрөф- ғәҙәтенә, теленә, тыуған төйәгебеҙҙең тарихына битараф булмаған  йәштәр  кәрәк. Был заман талабы. Бының өсөн  бөтә шарттар  ҙа  булдырыла. Беҙҙә башҡорт  теле  дәрестәрендә  тыуған ерҙе, халыҡты һөйөү, уның менән ғорурланыу  тойғоһо, туған  тел, тыуған  йорт, урам һәм республика, уның үткәненә  һәм бөгөнгөһөнә ихтирам  тойғоһонан  башланыуын яҡшы аңлайбыҙ.

 Рус телле мәктәптә белем алһаҡ  та, үҙ  туған телебеҙҙе  бик теләп, яратып  өйрәнәбеҙ.

      Илем, республикам йәшәһен! Туған телем  йәшәһен!  Ошо  Тыуған  илебеҙҙең ысын хужалары булайыҡ, үҙаллы Башҡортостаныбыҙ  ысын  бәхет  төйәгенә әйләнһен, сәскә атһын! Был ыңғайҙан халыҡ  шағиры Рауил Бикбаев  әйткән  һүҙҙәрҙе ҡабатлаһаҡ та артыҡ булмаҫтыр:

     «Башҡортостандың  киләсәге башҡорт теленә бәйле»,- тигәйне. Тимәк, Тыуған илебеҙ  һәм туған телебеҙ яҙмышы  беҙгә, йәштәргә бәйле.

       Беҙ ниндәй генә ҡатмарлы  заманда йәшәһәк тә  үҙ туған телебеҙҙе  һаҡлап  ҡалыу өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалырға тейешбеҙ. Беҙ тарихыбыҙ,  ата- бабаларыбыҙ  рухы менән бәйләп  тотҡан телебеҙҙе  бөгөнгө көндәргә иҫән – имен килтереп еткергән, дәүләтебеҙҙе һаҡларға  ярҙам итергә тейешбеҙ.

     Минең хыялым – киләсәктә лә һәр милләт  тыныс, бай, матур Башҡортостанда йәшәһә ине. Быға  нисек ирешергә һуң? Юғары әхлаҡ, телең, тарихың, халҡың менән ғорурланыу - былар беҙҙең айырылғыһыҙ сифаттар булырға тейеш. Белемебеҙ менән дә башҡорт кешеһенең дәрәжәһен күтәрергә тейешбеҙ. Милләтебеҙгә элек-электән хас хеҙмәт һөйөүсәнлек, тырышлыҡ, намыҫлылыҡ башҡорттоң һәр йәш быуынында тәрбиәләнергә тейеш. Шуны аңлау дәрәжәһенә күтәрелгән кеше  генә үҙ  милләтенең яҙмышы менән  ҡыҙыҡһынасаҡ.

       Милләтебеҙҙең бөтә өмөтө, ата- бабай:арыбыҙҙың  бөтә ышанысы – йәштәрҙә. Ауылда тыуған, ҡаланың зыялы ғаиләләрендә тәрбиәләнгәндәр араһында улар байтаҡ. Ундайҙар эскеселеккә бирешмәй, наркотиктар ҙа ҡулланмай. Башҡа  ярамаған юлдарҙан да китмәй.

     Беҙҙе, йәштәрҙе тормош ҡаршылыҡтары һындырмаһын, милләтебеҙ  киләсәге өсөн  көрәш юлынан  алып ташламаһын ине. Мин киләсәктә лә  туған телемдең сәскә атыуын теләйем.

 

Һуғыш ялҡынында минең

ғаиләм яҙмышы

 

 

 

 

Һәйкәл янында

                                                                                Үтәшева Ләйсән,  8-се класс уҡыусыһы.

 .

Һуғыш…

Был һүҙҙе ишетеү менән , күҙ алдыма ҡотосҡос ваҡиғалар, илебеҙҙе фашистар ҡулына бирмәҫ өсөн киткән һәм әйләнеп ҡайтмаған ирҙәр, улдар, уларҙы өҙөлөп көткән яңғыҙ  әсәләр килеп баҫа.

Тарихыбыҙҙа булып уҙған бар һуғыштарҙың да иң ауыры – бөтә донъяны тетрәткән һәм халҡыбыҙ яҙмышында тәрән эҙ ҡалдырып үткән Бөйөк Ватан һуғышы бер ваҡытта ла онотолмаҫ.

  Йылдар үтте. Донъя үҙгәрҙе. Хәҙер инде баш особоҙҙа дошман самолеттары ла осмай, аҙым һайын бомбалар ҙа шартламай…

  Әйе, беҙ еңдек. Тик был еңеү бик ҡиммәткә төштө. Миллиондарса кешеләрҙең ғүмерҙәре , әсәләр һағышы , йәтим ҡалған балаларҙың күҙ йәштәре…

  Бына быйыл,65 се Еңеү яҙында, һәйкәл ветерандарҙы үҙ янына йыя. Улар олоғайғандар инде һәм аҙ ҡалғандар. Әлеге ваҡытта ветерандар беҙгә һуғыш тураһында үҙҙәре һөйләйҙәр, ә беҙҙең балаларыбыҙ китаптарҙан һәм киноларҙан ғына беләсәктәр.

  Ветерандарҙың һөйләгәндәрен тыңлағанда йөрәк туҡтап ҡалған кеүек. Уларҙың һәр һүҙен иғтибар менән тыңлайбыҙ. Күкрәктәрендә орден һәм медальҙәр. Улар шул ауыр көндәрҙе иҫкә алалар, был байрамды ҡаршылай алмаған иптәштәрен хәтерҙәренә төшөрәләр.

  Мәңгелек ут янында мәктәп балалары ла, кесе йәштәгеләр ҙә бар.Ҡулдарына сәсәктәр тотоп, улар ҙа тәрән уйға сумғандар.  Һәйкәлдәр уйландыра… Ил онотмай һеҙҙе, һуғыш батырҙары. Рәхмәт һеҙгә, һеҙҙең һәр тамсы ҡанығыҙ Еңеүҙе яҡынайтты.Бөгөнгө рәхәт тормош өсөн,  рәхмәт һеҙгә! Һәм был һуғыш ҡырҙарында ятып  тыуған яҡтарына ҡайта алмай ҡалған һалдаттарҙы бөтә донъяға ишеттерерлек итеп:

Уларҙы ҡайтмайҙар, тимәгеҙ!, -тип әйтер инем.

 

Уларҙы ҡайтмайҙар тимәгеҙ,

  Ҡайталар йыл һайын яҙ булып,

Улар бит һаҡланы тормошто,

Ҡояшлы иттеләр һауаны.

Бөйөк Ватан  һуғышы  -  ғаиләм тарихында.

 

                                                              Ғәрифуллина Сулпан,  8-се класс уҡыусыһы.

 

( Тыуасаҡ балама асыҡ хат)

 

     Һаумы, балам!  Һинең  әле яҡты донъяны  күргәнең дә юҡ, ә мин инде һинең менән һөйләшәм, бөгөндән үк яҡшы әсәй булыу өсөн, үҙемде тәрбиәләйем.

   Көндәр, йылдар бер – бер артлы үтә тора. Башҡортостаныбыҙ, районыбыҙ йылдан-йыл үҫә. Ҙур ваҡиғаларҙы, байрамдарҙы тыуған илебеҙ, республикабыҙ билдәләп үтә.

   Бына быйыл байрамдарҙың иң олоһо, иң ҡәҙерлеһе…

 Бөйөк Еңеүҙең – 65 йыллығы. Бөгөн, балам, байрамдан ҡайттыҡ. Унда күргәндәрем, ишеткәндәрем мине уйланырға мәжбүр итте. Шуларҙың барыһын да һиңә еткерәһем килеп хат яҙам. Һин дә уларҙы онотмайынса, яңы быуындарға еткерһәң ине.

   Балам! Һуғыш ул – ҡотосҡос фажиғә. Уның бер генә көнөн  күҙ алдына килтерһәң дә, йөрәктәр һиҫкәнеп китә.

   1941 йылдың 22 июне… Ҡояшлы ял көнө була. Тирә - яҡта халҡыбыҙҙың милли байрамы – һабантуйҙар гөрләй. Кинәт аяҙ көндө йәшен һуҡҡан кеүек , ҡотосҡос хәбәр килеп төшә: һуғыш. Был көндө кешеләрҙең  уй –хыялдарын селпәрәмә килтергән һуғыш башлана.   Был һуғыш 1418 көн һәм төнгә һуҙылған. Был көндәрҙең һәр сәғәте, һәр минуты илебеҙ халҡына күпме ҡайғы, күпме хәсрәт алып килгән.

  Һуғыш беҙҙең ғаиләне лә урап уҙмаған. Минең олатайым  Фархутдинов Ибраһим Разетдин  улына ла был һуғыш әсеһен татырға тура килә. Ул 1924  йылдың  1 авгусында  Бүздәк районы   Ишмән ауылында күп балалы ғаиләлә дүртенсе бала булып донъяға килә.Тигеҙ ғаиләлә үҫә олатайым.  Ата - әсәһе колхозсы була. Колхозза төрлө эштәрҙә  эшләргә, ер  тырмалатырға, һөрөргә  тура килә.  Олатайым 1941 йылды, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, атаһы менән тракторҙа яғыулыҡ ташыйҙар.  “Барыһы ла фронт өсөн” тигән девиз менән көнө - төнө  эшләй улар. Йәш егет, 1942   йылды,  18 йәше тулғас, армия хеҙмәтенә алына. Магнитогорский ҡалаһында йәш һуғышсылар әҙерләү курсын үткәс тә, тура Воронеж ҡалаһына һуғышҡа ебәрәләр. Ул Украинаға тиклем һуғышып бара. Бөйөк Курск дуғаһы һуғышында ҡатнаша. 1943  йылды ҡаты яраланып госпиталгә эләгә. Алты ай Горький ҡалаһында госпиталдә дауаланырға тура килә. 1944   йылда тыуған яҡтарына ҡайтып дүрт ай өйҙә тора һәм яңынан һуғышҡа алына. Олатайым Украина фронтына китә, ҡайҙарҙа ғына дошмандар менән һуғышмай: Польша, Румыния, Венгрия, Австрия, Чехословакия ҡалаларында һуғыша.  Бөйөк Еңеүҙе Прага ҡалаһында ҡаршылай. Һуғыш бөтөү менән тыуған яҡҡа ҡайтыу бәхете эләкмәй олатайыма. 1945   йылда Сахалинға ебәрәләр. 1947   йылда ғына әйләнеп ҡайта тыуған яҡтарына. Ҡайтҡас та бригадир булып эшкә  тотона.  1948    йылдың  7 ноябрендә өләсәйем менән матур ғаилә ҡороп ебәрәләр.

  Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн Беренсе дәрәжә Бөйөк Ватан  һуғышы ордены,  Дан ордендары менән бүләкләнә. Яҙмыш һуҡмаҡтары ҡайҙа ғына йөрөтһә лә, олатайым эштән ҡурҡмай. Уны барлыҡ  эшләгән берләшмәләрҙә лә хөрмәт итәләр. 

   Бөгөнгөһө көндө олатайым менән өләсәйем иҫән – һауҙар. Киләһе йылға 87 йәшен тултырасаҡ сал сәсле олатайым, ҙур моңһоулыҡ менән, һуғыш йылдарын иҫкә ала.  Оло йәшкә етһә лә, ул өйҙә зарланып ултырмай.  Ул гел хәрәкәттә. Әйтерһең дә һуғыш йылдары урлаған йәшлек  йылдары өсөн  тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәп ҡалырға ашыға. Район мәҙәниәт йортонда үткәрелгән байрамдарҙың үҙәгендә ул. Матур, моңло, көслө тауышы менән райондаштарын һөйөндөрә. Улар өсөн матур тормошо менән дә өлгө булып тора олатайым.

   Балам! Мин үҙемдең олатай, өләсәйем менән ғорурланам. Сөнки улар беҙгә аяҙ күк йөҙө, тыныс тормош бүләк иттеләр. Йылдар бер –бер артлы уҙа, тарихи ваҡиғаларға булған ҡараштар ҙа үҙгәрә тора.Һуғышты күрмәгән быуын ветерандарҙы аңлап та бөтмәй. Ҡайһы ваҡыт иптәштәрем араһында: “Ысын ветерандар яу яланында уҡ һәләк булып бөткәндәр,” – тип , бөгөнгө көндә иҫән- һау булған ветерандарыбыҙҙы рәнйетеүселәребеҙ ҙә бар. Ундайҙар һин йәшәгән осорҙа ла буласаҡ, һүҙҙәренә ҡаршы сыға , үҙ фекереңде әйтә бел. Һуғыш осоронда йәшәгән һәр кеше еңеүгә үҙ өлөшөн  индергән.  Быны исеңдә тот һәм шул сор кешеләрен рәнйетмә.

 Бөйөк Ватан һуғышы ул – айырым шәхес йәки бер төбәк хәтирәһе генә түгел, ул- бөтә халыҡ хәтере. Ә халыҡ хәтере – мәңгелек. Фронтҡа киткән һәр ике кешенең береһе һәләк булған.

  Беҙҙең райондан да Бөйөк Ватан һуғышына барлығы 8 756 кеше китеп, 3 641 е һуғыш ҡырҙарында ятып ҡала. Уларҙың исемдәре мәңгеләштерелеп Хәтер китабына кертелгән.

 “Хәтер китабы” – ҡаһармандарҙың исемдәрен мәңгеләштереүсе һәйкәл. Был тыуған илдең азатлығы өсөн баштарын һалған ул һәм ҡыҙҙарҙың яҡты иҫтәлеге алдында баш эйеү билдәһе.      

  Бына быйыл да, 65 - се Еңеү яҙында, “Мәңгелек ут” ветерандарҙы үҙ янына йыйҙы. Улар олоғайғандар инде һәм аҙ ҡалғандар. Әлеге ваҡытта ветерандар беҙгә һуғыш тураһында үҙҙәре һөйләйҙәр, ә  һеҙ, балам ,  китаптарҙан һәм киноларҙан ғына белерһегеҙ.

  Ветерандарҙың һөйләгәндәрен тыңлағанда йөрәк туҡтап ҡалған кеүек. Уларҙың һәр һүҙен иғтибар менән тыңлайбыҙ. Күкрәктәрендә орден һәм миҙалдар. Улар шул ауыр көндәрҙе иҫкә алалар, был байрамды ҡаршылай алмаған иптәштәрен хәтерҙәренә төшөрәләр.

  Мәңгелек ут янында мәктәп балалары ла, кесе йәштәгеләр ҙә бар.Ҡулдарына сәсәктәр тотоп, улар ҙа тәрән уйға сумғандар.

 Балам, был хатты уҡығас, тағын бер ҡат уйлан. Йәшәү, тыуған ил, тыуған ер, милләт, туған тел төшөнсәләре әҙәм балаһы өсөн ни тиклем ҡәҙерле икәнен  аңларға тырыш. Яулап алынған тыныс тормоштоң ҡәҙерен бел. Һәр көнөң мәғәнәле һәм файҙалы үтһен. Ә мин хатымды түбәндәге шиғыр юлдары менән тамамлайыйм:

Ҡан ҡойоулы һуғыштарҙы ҡабат

Күрмәһендәр оло кешеләр.

Балалар шатлыҡта үҫһен,

Ҡойолмаһын күҙ йәше.

Өлкәндәр ҙә, сабыйҙар ҙа

Шат йәшәһен һәммәһе.

Яҙ етте

 Сакаева Юлиә, 6 –сы класс уҡыусыһы.

 

                                        Әллә яҙ килгәнгә 

                       Йәш тула күҙҙәргә.

                       Ҡояш сағыу нурын һибә

                       Сығабыҙ рәхәт көндәргә.

 

 

Ҡояш офоҡта оҙағыраҡ күренгән һайын тәбиғәттә яҙ һулышы ныҡлап һиҙелә. Ҡарҙар иреп,күләүектәр барлыҡҡа килә. Ҡар һыуҙары шарлауыҡтар яһап ашығып-ашығып ҙур йылғаларға юл ала.

  Бала-сағалар ҡағыҙҙан кәмәләр яһап ағыҙа һәм ҙур диңгеҙгә етеүҙәрен теләп ҡала.Ағастар бөрө сығара башлай,һауаға хуш еҫ тарала.

  Көньяҡтан тыуған яҡтарына һағынып ҡоштар ҡайта.Беҙҙең ихатала ике сыйырсыҡ ояһы бар. Унда сыйырсыҡтар талпынып-талпынып, төрлө көйҙәр сығарып һайрайҙар. Мин уларҙы оҙон-оҙаҡ күҙәтергә яратам.

 Ҡыҙаш йылғаһында тәлмәрйендәр  ҡысҡыра башлау менән көндәр ныҡлап йылына.

  Бар тәбиғәт ҡышҡы йоҡонан уянып бөтә. Иң беренсе йәм-йәшел бәпкә үләне  сыға. Бәпкә үләне һаулыҡҡа файҙалы.

  Тәбиғәттең бар миҙгеле лә матур, ә яҙ айырыуса.

 

 

 

 

 

 

 

Ҡыш.

 

                                                                    Гимазетдинова Лиана, 6 сы класс уҡыусыһы.

  Ҡыш...

   Аҡ  күбәләктәй    өйөрөлөп - өйөрөлөп  яуған ҡарҙар, диңгеҙ тулҡыны кеүек шашҡан бурандар,  ҡолаҡ-танауҙарҙы семеткән сатлама  һыуыҡтар…

  Ҡыш  -  аҡ донъя. Күк йөҙөнән ергә, тауҙарға, йылғаларға, ағастарға  ап-аҡ япмалар  төшә. Бындай иҫ киткес   матурлыҡтан баш әйләнә.

  Сатлама һыуыҡһыҙ ниндәй ҡыш ти, ул?  Ҡыштың асылы ла ана шул һыуыҡта, шулай итеп яуған ҡарҙа бит.   .

Йәнлектәргә лә ауыр ҡыш көнө. Айыу,терпе йоҡоға тала. 

Ҡышҡа йылы яҡтарға осмаған ҡоштар  аҙыҡ эҙләп маташалар. Улар беҙҙең һыуыҡтарға бирешмәй. Ә ҡайһы берҙәре һыуыҡтан һәм аслыҡтан вафат була. Беҙ малайҙар һәм ҡыҙҙар ҡоштарға тағараҡтар яһап унда ем һибәбеҙ.

  Ҡыш ул –  сафлыҡ, паклыҡ, таҙалыҡ донъяһы. Саф һауаны һулап туйғыһыҙ. Башҡа бер генә миҙгелдә лә бындай таҙалыҡты күреп булмай. Йәйҙең эҫе, тонсоу һауаһы, себен – серәкәйе бөтөнләй онотола был миҙгелдә.

  Ҡыш – ул матурлыҡ һәм мөғжизәләр донъяһы. Ҡайһы рәссам төндә тәҙрә быялаһына иҫ киткес матур биҙәктәр эшләп китә икән?  Кем урманда ла , урамда ла ағастарҙы аҡ бәҫ менән гүзәл итеп биҙәп китә икән? Ниндәй мөғжизә был. Төндә ай йә урамдағы шәм яҡтыһында ағастарҙағы аҡ бәҫ  көмөш кеүек ялтырай, күҙҙе сағылдыра. Әйтерһең дә, һин әкиәттәге көмөш һарайҙа йөрөйһөң.

   Ҡыш иң матур миҙгел ул. Балаларҙың иң яратып көтөп алған ваҡытылыр ул, минеңсә.

 

 

 

 

Көҙ миҙгеле.

 

                                                           Зиннатуллина Илнара,   6 -  сы класс  уҡыусыһы.

 

   Миҙгелдәр йыш алмашынып тора. Һиҙелмәй ҙә ҡала үткәне.  Әле генә йәшел йәйҙә инек. Килеп етте йәнә көҙ мәле.

   Һары ҡанаттарын йәйеп , тағы көҙ килде. Ул уҙған көҙҙәрҙән бер яғы менән дә айырылмай кеүек. Көҙгө көндәр ҡыҫҡара, төндәр оҙая. Ямғырҙар тәүлекләп, аҙналап яуа башлай.

   Урмандарҙа һары, ҡыҙғылт япраҡтар тын ғына ҡойола. Урман матур алтын төҫкә инә.

    Урман буйлап йөрөһәң , өҫтөңә шыбыр – шыбыр япраҡтар яуа. Ҡайһы саҡта ел сыға ла уларҙы өйрөлтөп алыҫтарға алып китә. 

  Күпселек ҡоштар алыҫ юлға йыйына. Яр ҡарлуғастары, торналар, сыйырсыҡтар, өйрәктәр көнъяҡҡа йүнәләләр.Төнъяҡтан ҡыҙылтүштәр  беҙҙең эргәгә осоп киләләр.

  Ҡуяндар, тейендәр, бүреләр йондарын алмаштыралар. Ҡайһы бер йәнлектәр йоҡоға талалар.

  Көҙ -  муллыҡ айы, сөнки был мәлде мул уңыш йыябыҙ. Бөтәбеҙ ҙә шатланабыҙ, йәй буйы тырышыуыбыҙ юҡҡа булмаған.

  Көҙ көнө мин урманда йөрөргә яратам. Ҡояшлы көндәрҙең береһендә мин туғандарым менән урманға барҙым. Унда имән, ҡайын, йүкә, уҫаҡ ағастарын күҙәттек. Төрлө төҫтәге япраҡтар йыйҙыҡ, төрлө бөжәктәрҙе һәм йәнлектәрҙе күҙәттек.  Мин көҙ миҙгелен бик яратам. Көҙгө алтын япраҡтар шаулап ҡойолғанда, бәшмәктәр баш ҡалҡытҡанда,  минең өсөн бигерәк тә йәмле.

 

 

 

 

 

 

 

Түбәләрҙән тамсы тама.

 

 

                                                                  Ибатуллина Аделина,  6 -  сы  класс уҡыусыһы.

 

 

  Тышта яҙ. Түбәләрҙән тамсы тама. Уның йыры бер:

тып –тып- тып.

  Ана ҡарға килә. Ул ерҙән ем сүпләй.  Уның да үҙ йыры: ҡарра –ҡарра –ҡар –ҡар!  Ул: “Йылы яҡтарҙан осоп килдек, ашарға юҡ, елдәрегеҙ һалҡын”,  ти.

    Сыйырсыҡтар әле күренмәй. Уларға иртәрәк. Яҙы ла аңлашылмай бит. Бөгөн тамсы тама, ә иртәгеһен ҡар ҡаплай бөтә ерҙе.

  Тышта бөгөн йылы. Түбәнән тамсы тама. Юлдың бер еренән гөрләүек моронлап маташа. Уның йыры миңә ишетелмәй. Гөрләүек булғас, ул гөр –гөр киләлер, һөйөнәлер, көләлер.

   Тышта яҙ. Түбәнән тамсы тама: тып – тып, тып – тып… Сыҡ та сыҡ, тип  мине  урамға саҡыралыр әле ул.

 

 

 

Тормош йәме – ғаиләлә.

 

                                                          

                 Мусина Эмилия,8-се класс  уҡыусыһы

        

 

           Башҡорт, татар халҡы электән  үк  ғаиләне  изге итеп һана4ан. Өләсәй, олатайҙарыбыҙ бик ныҡ уйлап, бер – береһен хөрмәтләп йәшәгәндәр. Һәр кеше был донъяға үҙ  өлөшө, үҙ бәхете менән  тыуа һәм, үҫә килә, үҙ алдына ҡуйған маҡсаттарға ирешеп, алға ынтыла, тыуған илгә, үҙен уратып алған кешеләргә ниндәйҙер файҙаһы тейһен өсөн тырышып йәшәй. Сөнки кешене хеҙмәтенә ҡарап баһалайҙар, хөрмәт итәләр. Ә тормошта урыныңды  табыр өсөн  мотлаҡ яҡшы уҡырға, төплө белем алырға кәрәк. Ғаиләһенә ярҙамды ситтән көтмәй, ә үҙ тырышлыҡтары менән донъя көткәндәргә һоҡланам. Ир ҙә, ҡатын да балалары  алдында яуаплылыҡ  тойғанда, балалар ҙа тейешенсә тәрбиә ала.

          Беҙең ғаилә күп балалы  ғаиләләрән  һаналмай. Әммә «оло өйгә ни кәрәк, кесеһенә лә шул кәрәк» тигәндәй, тырышып донъя көтәбеҙ.Һәр ғаилә - айырым бер дәүләт, тиҙәр. Мин дә үҙемдең ғаиләмде бәләкәй генә бер дәүләт менән тиңләйем.

         Минең атайым – Фәүәдис Нәғим улы. Ул мине дөрөҫ йәшәргә, ауырлыҡтарға бирешмәй, көслө булырға өйрәтә.Уның кәңәштәре яңылыш аҙымдарҙан  аралай.Атайым янында күңелем тыныс, үҙемде ышаныслы, көслө тоям.Ниндәй генә ҡыйынлыҡтар булмаһын, уның менән бергә  еңеп сығырмын төҫлө. Ғаилә башлығы булған атайым: «Эштә, тормошта ниндәйҙер  уңыштарға өлгәшәм    ғайлә арҡаһында. Аллаға шөкөр, эшемдең  ауырлығын  аңлаған ғаиләм бар», - ти. Уның һүҙҙәрендә дөрөҫлөк  ята.

         Әсәйем – Рәсимә Тимерйән ҡыҙы - донъялағы иң һәйбәт әсә ул. Серҙәремде йәшермәйем, аҡыллы кәңәштәрен тыңлайым, уны өҙөлөп яратам. Ул бөтөн эшкә лә оҫта. Бигерәк тә тәмле аштар бешерергә ярата. Әсәйем – тормош юлымда иң тоғро  юлдашсым  һәм кәңәшсем.

         Тағы ла апайым бар. Уның исеме Элеонора. Ул Өфөлә уҡып йөрөй. Беҙ бер – беребеҙгә ауыр минуттарҙа ярҙам итәбеҙ, бер – беребеҙҙе аңларға тырышабыҙ. Ата - әсәйебеҙ беҙгә  хеҙмәткә  һөйөү  тәрбиәләй, тәртипле булырға өйрәтә, ололарға ҡарата ихтирам үҫтерергә тырыша. Ошо инде уларҙың талабы. Беҙ уларҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ  килтермәҫкә тырышабыҙ. Кайҙа ғына йөрөһәң дә, һин ғаиләңдең йөҙөн күрһәтәһең. Мин берәй ҡайҙа китер булһам, ата- әсәйем миңә: “Үҙеңде тәртипле тот, аҙаҡтан һинең турала насар һүҙҙәр ишетергә тура килмәһен “, - тип, фатихаһын биреп сығара.

         Үҙемдең шундай ғаиләлә үҫеүемә ҡыуанам. Атай - әсәйемә беҙгә бәхетле бала саҡ бүләк иткәндәре өсөн рәхмәт әйтәм, улар алдында баш эйәм. Миңә ҡәҙерлеләрем янында булыу күңелемә бөтмәҫ илһам, йәшәргә дәрт, хеҙмәткә көс бирә. Ғаилә ныҡ  татыу икән, тимәк, йәмғиәтебеҙ көслө, илебеҙҙең  киләсәге яҡты. Өйҙәге татыулыҡ  тик ҡатын – ҡыҙҙан ғына тормағанлығын  беләм, ә шулай ҙа татыулыҡты тыуҙырыу өсөн барыһын да эшләйем.

          Был тормошта үҙеңә ҡарата ихтирам тойоп йәшәһәң, башҡаларға  ла шул йылылыҡты өләшәһе килә. Минең бар байлығым – ғаиләм һәм ҡәҙерлеләремдең унда үҙҙәрен бәхетле тойоуҙары. Ғаиләм менән бергә булған саҡта ваҡыттың үткәне лә һиҙелмәй.

 

 

Тормош йәме – ғаиләлә.

 

 

                                                                         Дәүләтбаева Эльвина,  8 -  се класс  уҡыусыһы.

 

 

  Башҡорт, татар халҡы борон – боронан ғаиләне изге итеп һанаған. Өләсәй, олатайҙарыбыҙ, бик ныҡ уйлап, бер – береһен хөрмәтләп, ололарҙың кәңәштәрен тотоп, ныҡлы, таҙа ғаилә ҡороуҙы маҡсат итеп ҡуйғандар. Шаулатып донъя көткәндәр, күпләп береһенән – береһе матур балалар үҫтергәндәр, киләсәктәренә өмөт менән ҡарағандар. Ике яҡтың да атай, әсәйҙәрен, туғандарын берҙәй  яҡын күреп йәшәгәндәр.

  Беҙ ғаиләлә дүрт кеше: атайым, әсәйем, ҡустым һәм мин. Атайым шофер булып эшләй, әсәйем – врач. Ҡустым менән мин Бүздәктең икенсе дөйөм  белем биреү мәктәбендә уҡыйбыҙ.

  Ғаиләбеҙ бик татыу. Беҙҙең өйҙә юҡҡа – барға тауыш сыҡмай. Атайым менән әсәйем беҙгә ҡарата иғтибарлы һәм дөрөҫ тәрбиә биреү өсөн ҙур көс һалалар. Беҙ ҙә уларҙы бик яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ.

  Киләсәктә уларға лайыҡлы алмаш булып үҫергә тырышабыҙ.                                                                                                                                                                                                                  

                                                     Атай, әсәй һәм балалар-

                                             Ғаилә бөтөнлөгө

                                             Белмәһен ине улар

                                             Тормоштоң китеклеген.

 

 

Изге теләгем.

 

 

                                                                                  Чембарисова Гөлшат,  8- се класс  уҡыусыһы.

 

 

Гаилә ҡороу – һәр кешенең иң изге теләге. Һәр кем үҙенсә киләсәк ғаиләһен күҙ алдына килтерә, хыял диңгеҙенә сумып йәшәй. Бер кеше лә уны бәхетһеҙ, тулы түгел , тип уйламайҙыр.

  Шундай хыялдарға сумып ултырғанымды мин үҙем дә һиҙмәй ҡалғанмын.

  Минең ғаиләм әкиәттәге сихри донъя булып күҙ алдыма килеп баҫты.

  Миңә тип һаҡланған һөйгән йәрем киләсәк яҙмышым беренсе мөхәббәтем икән. Бик күп йылдар үтһә лә, беҙҙең юлдар ҡушылып, бер – беребеҙҙе табышып, ғаилә ҡороп ебәргәнбеҙ икән. Шулай итеп, йөрәктәрҙе бәйләп,ҡайнар мөхәббәт усағында янабыҙ, бер - беребеҙҙе күҙ ҡараштарынан уҡ аңлайбыҙ, арабыҙҙа бер ҡасан да, бер ниндәй ҙә кәртәләр килеп сыҡмай. Мөхәббәттең тәмле емештәре булып, бер – бер артлы, бер - береһенә терәк булырҙай, ике ҡыҙарып бешкән алма кеүек, ике ҡыҙ бала тыуа. Ғаиләлә ир –ат, ҡатын- ҡыҙ эше тигән һүҙҙәр булмай.

Йәшлек дуҫтарыбыҙ менән , туғандар менән  аралашып,ярҙамлашып ғүмер итәбеҙ, йәшлегебеҙҙе иҫкә ала торған урындарҙа йөрөйбөҙ.

  Беҙ әкиәттәге кеүек йәшәйбеҙ икән, әйтерһең дә был тормошта яҙмыштың әсе елдәре, һикәлтәле һуҡмаҡтары юҡ. Бар кеше лә бәхетле һәм тигеҙ тормошта йәшәй икән.   

 

Бәхетле киләсәк

 

 

                                                                               Мәҡсүтова Вилена, 8 -  се класс уҡыусыһы.

 

 

   Был донъяға һәр бала үҙ бәхете менән тыуа, мин шулай уйлайым.

   Ә бәхет ул минең өсөн яҡшы теләктәремдең тормошҡа ашыуы, туғандарымдың имен – һау булыуы. Мин үҙем тураһында:” Мин бәхетлемен” – тип әйтә алам. Сөнки янымда ҡәҙерлеләрем: минең өсөн йәнен бирергә әҙер әсәйем һәм һөйөклө һеңлем. Улар минең өсөн иң яҡын, иң изге кешеләрем, тормошомдоң йәме.

  Бәхетле ғаиләлә үҫәм  мин. Әсәйем дә изге һөнәр эйәһе. Ул беҙҙе һөнәр алырға әйҙәп, оло тормошҡа   әҙерләй. Яҡындарыбыҙ мине һәм һеңлемде игелекле, изгелекле булырға, тормошобоҙҙо бары тик кешеләргә файҙа килтереү өсөн генә үткәрергә, яҡын тирәләгеләрҙе яратырға һәм уларҙы ғәфү итә белергә өйрәтә.

  Ғайләне татыулығы менән көслө, ти халҡыбыҙ. Билдәле булыуынса, һәр кеше бөтә ғүмерен ғайләлә үткәрә. Иң элек ата- әсәһе ғаиләһендә, артабан үҙ ғаиләһендә. Шулай уҡ беҙҙең уңыштарыбыҙ, тәүге һөйөнөүҙәребеҙ һәм көйөнөүҙәребеҙ, ғомүмән, ғүмеребеҙ ғаиләнән башлана.

  Һәм минең үҙемдең лә изге теләгем – бәхетле ғаилә ҡороу.

Мәктәпте яҡшы ғына тамамлап, юғары уҡыу йортонда белем алыу. Эшкә урынлашып, үҙемдең икенсе яртымды табып, матур гаилә ҡороу.  Киләсәктә лә  ғаиләм менән бергәләшеп  яҡындарыбыҙҙың йөрәк йылыһын тойоп, кешеләргә бәхет өләшеп  йәшәһәк икән.

 

Минең ғаиләм  

                                                                                Ғиләжева Илһөйәр,  6 – сы класс  уҡыусыһы.

 

                                Минең ғаилә - яҡты оя,

                     Күңелгә йылы бирә.

                             Атай-әсәй, туғандарым

                         Һәр сак ярҙамға килә.

 

Беҙҙең ғаиләбеҙ 1996 йылда барлыҡҡа килгән. Ул дүрт кешенән тора: атай, әсәй, ҡустым һәм мин. Беҙ бөтәбеҙ ҙә төрлө-төрлө, ләкин һәр вакыт бер-беребеҙҙе аңларға тырышабыҙ. Ауыр ваҡытта һәр саҡ ярҙамға киләбеҙ.

Минең атайым Бүздәктә тыуған, урта мәктәпте тамамлағас, армия сафтарында хезмәт иткән. Бөгөнгө көндә район элемтә бүлегендә эшләй. Эшендә уны хөрмәт итәләр. Атайым буш вакытында китап уҡырға, телевизор карарға ярата.

Әсәйемде беҙҙең районда белмәгән кеше юктыр. Ул бәлиғ булмаган балалар менән эшләй. Эше бик ауыр һәм яуаплы. Әмма үз эшен бик ярата. Әсәйем буш ваҡытында тәмле-тәмле ризыктар бешерергә ярата.

Минең ҡустым Урал дүртенсе синыфта уҡый. Дзюдо, бию менән мауыға.

Мин, Илһөйәр, алтынсы синыфта укыйым. Быйыл сәнғәт мәктәбенең бейеүю бүлеген тамамлайым, фортепьяно класы буйынса уҡыуымды дауам итәм. Буш ваҡытымда, тегергә, сигергә яратам.Гаиләбеҙ менән тәбиғәт косағында булыу, еләк-емештәр, бәшмәктәр, муйылдар йыйыу - беҙҙең өсөн бик күңелле. Баҡсала картуф, кишер, һуған үстереү бик ауыр булһа ла, бергәләп эшләгәс бик еңел башҡарабыҙ.

Әсәй менән атай беҙҙе ярҙамсыл, тәртипле булырға өйрәтә. Беҙ ҡустым менән уларҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырышабыҙ. Мәктәптә гел яҡшы билдәләргә генә уҡыйбыҙ.

 

 

 

 

 

 

 

Минең ғаиләм.

                                    Булатова Алһыу,8 - се класс  уҡыусыһы.

 

Был һүҙ  изге икмәк, әсә  исеме менән йәнәшә тора. Ғаиләһе булмаған кешенең бәхете лә булмай, тиҙәр. Ғаиләне мин бер ҙур кәмә менән сағыштырыр инем. Ундағы кешеләрҙең береһе генә төшһә лә, кәмә сайҡала башлай. Ә тормош ул – ҙур диңгеҙ. Был диңгезҙә кәмә менән йөҙөр өсөн тырышлык, сабырлык кәрәк. Ғомүмән, ғаилә тура барырға, бөтә ауырлыктарҙы бергә-бергә еңергә тейеш. Мин дә үҙебезҙең ғаиләбеҙҙе шундайҙарҙан тип һанайым.

Минең ғорурлығым - әсәйем. Ул безҙе тәрбияләүгә бөтә көсөн биреп тырыша. Әсәйем үҙенең сабырлығы, мәрхәмәтлелеге, тырышлығы, асыҡ йөҙлөлөгө менән  айырылып тора. Тирә-йүнебезҙә ундай кешеләр бик һирәктер. Буш ваҡыттарым булһа, мин әсәйем янында булырға тырышам. Уның менән бергә күп һөнәрҙәргә өйрәнәм. Ул минең иптәшем дә, серҙәшем дә. Ауыр  ваҡыттарҙа тиҙерәк булышырға, кәңәштәрен бирергә әҙер тора.

Мин әсәйемә һәр ваҡыт рәхмәтле.  Әсәләрҙе беҙ һәр ваҡытта ла хөрмәтләргә бурыслыбыҙ.

Беҙҙең ғаиләлә әсәй менән атай бик татыу, бер – береһен яратып, хөрмәт итеп йәшәйҙәр. Кешеләргә лә бары тик яҡшылыҡ ҡына теләйҙәр. Беҙ һеңлем менән уларҙан үрнәк алабыҙ, улар кеүек булырға тырышабыҙ. Улар беҙҙе бары тик яҡшылыҡҡа һәм мәрхәмәтлелеккә генә өйрәтәләр. Ололарҙы оло, кесене кесе итергә,дөрөҫлөккә өндәйҙәр.

Киләсәктә лә мин үҙемдең ғаиләмә ҙур кәмәгә ултырып, бөтә дауылдарҙы еңеп, оло юлға йөҙөп  сығыуын  ғына теләйем.

 

 

 

 

 

 

 

Хәҙерге  ғаиләләрҙә  “аталар”  һәм  “балалар” проблемаһы.

 

                                                            Ғиләжева Элина, 8 - се класс уҡыусыһы.

         Тормошта төрлө  ғаиләләр була. Уларҙың  һәр ҡайһыһы үҙенсәлекле, элек-электән ғөрөф-ғәзәттәргә таянып йәшәйҙәр. Кешелек алға барған һайын, кешеләр  үҙҙәре лә, уларҙың фекерләүе лә үҙгәреш кисерә. Шул сәбәпле атай-әсәйҙәр балаларының теләк-ынтылыштарын, уй-хыялдарын аңлап бөтөрә алмайҙар.

         Борон-борондан ата-бабайҙар балаларын тәртипле, кешелекле,   булһындар тип тәрбиәләп  үҫтергәндәр. Ата-әсәләр үҙҙәренең балаларына яҡшылыҡ ҡына теләйҙәр, аҡыллы кәңәштәр генә бирәләр. Һәр бала был теләктәрҙе, кәңәштәрҙе эсенән генә аңлай, белә, әммә  барыбер үҙенсә эшләй.  Һәм шуға күрә лә ата-әсәләр һәм балалар бер-береһен аңламайҙар.  Был  проблема элек-электән уҡ булған.  Хәҙерге  көндәрҙә лә был бик актуаль булып ҡала бирә, сөнки заман талаптары, заман тәртибе бөгөнгө көндә икенсе. Шуға күрә беҙ ата-әсәйҙәрҙең кәңәштәре менән бик ризалышып бөтмәйбеҙ.  Беҙ йәштәр, әлбиттә аңлайбыҙ: атай-әсәйҙәр беҙгә бер насарлыҡ та теләмәйҙәр.

Беҙҙең ғаиләлә лә бындай проблемалар бар. Минең ғаилә  дүрт кешенән тора. Атайым, әсәйем, һеңлем һәм мин. Һеңлем  менән атай әсәйем араһында бындай проблемалар юҡ.  Сөнки һеңлемә әле алты йәш кенә.  Ә бына минең улар менән проблемалар бар. Беҙ бер-беребеҙҙе бик йыш ҡына аңламайбыҙ. Сөнки мин үҙемде ҙур тип уйлайым һәм үҙемсә     эшләйем . Хэҙерге балаларҙың  үҙ тәртибе, үҙ тәрбиәһе, шуның өсөн бындай мәсьәлә килеп сыға. Беҙ бер-беребеҙҙе бик йыш ҡына аңлап бөтә алмайбыҙ. Сөнки йәмғиәт һәм уның талаптары йылдар үткән һайын үҙгәреш кисерә.

Шуның өсөн дә,  беҙ, хәҙерге йәштәр ата-әсәләр менән һүҙгә килешеп, нимәлер иҫбат итергә тырышабыҙ. Һәр ата-әсәй балаһы өсән йәшәй , уның ғаиләлә генә түгел, йәмғиәткә лә файҙалы кеше булып  үҫеүен теләй. Мине лә атай-әсәйем тәрбиәле бала итеп күрергә теләй. Һәр әйткән фекерҙәре менән килешеп бөтмәһәм дә, бик күп мәғлүмәт алам мин уларҙың өгөт-нәсихәттәренән.

Мин үҙемде иң бәхетле кеше тип атайым. Сөнки мин гүзәл  Башҡортостанда йәшәйем, бөтә ҡәҙерле кешеләрем минең янымда.  Ә бит минең тиҫтерҙәрем араһында балалар йортонда йәшәгәндәре лә бар. Ата-әсәйем беҙҙең өсөн тырышып тора. Минеңсә, ғаиләләр һәр ваҡыт үҙ-ара татыу йәшәргә тейеш, балалар ата-әсәле, бәхетле булһын ине. Мин үҙемдең ғаиләмде бик яратам, уның менән ғорурланам һәм ҡәҙерен беләм.

Тимәк, ғаилә балаһына тейешле тәрбиә бирә ала икән, бала ла уларға бәхетле ҡартлыҡ бүләк итә аласаҡ.

bottom of page