top of page

Башҡортостан Республикаһы Бүздәк районы муниципаль районының муниципаль

 дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы Бүздәк ауылы 1-се һанлы мәктәбенең    

беренсе квалификацион категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

             Таһирова Әлфиә Радик  ҡыҙының "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы - 2018"

регион-ара конкурс материалдарының ҡумтаһы

Йөкмәткеһе:

I. Үҙем тураһында һүҙем

II. Фәнни-методик эшмәкәрлегем

III. Инновацион эшмәкәрлегем

IV. Уҡыусылар менән эшмәкәрлегем 

 

I. Үҙем тураһында һүҙем

1) Мин - Бүздәк районы 1 - се һанлы мәктәбенең беренсе категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте, башланғыс кластар уҡытыусыһы. Мәктәптә 2015 йылдың авгусынан эшләйем. Уға тиклем 2011  йылдан Бүздәк районы 2-се һанлы  урта дөйөм белем биреү мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып барҙым. Башҡорт теленә булған һөйөүем, уны тәрәнерәк өйрәнеү теләге мине Туймазы педагогия колледжына килтерҙе. Унда  беренсе урта профессиональ  белемде алдым. Уҡыу йортон тамамлағас юғары белем алыу теләге менән  М.Акмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡырға индем. Файл файл 2 

    Минең методик темам: "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу"

II. Фәнни-методик эшмәкәрлегем

 Бөгөн даими рәүештә үҙ өҫтөңдә эшләү, ижади эҙләнеүҙәр, алдынғы педагогик тәжрибәне өйрәнеү – заман талабы. Шуларға эйә булмайынса, һөҙөмтәле эш, матур күрһәткестәргә өлгәшеү мөмкин түгелдер. Бер туҡтауһыҙ эҙләнеү, яңылыҡҡа ынтылыу – минең маҡсатым. Республика һәм район күләмендә үткәрелгән семинар, конференцияларҙа ҡатнашам, хеҙмәттәштәремдең тәжрибәһен өйрәнәм һәм, асыҡ дәрестәр күрһәтеп, үҙем дә эш тәжрибәм менән теләп уртаҡлашам.

  1. Асыҡ дәрестәр, кластан тыш саралар  

7-се класта Рәми Ғариповтың тормошо һәм ижады буйынса Бүздәк районы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары семинарында күрһәтелде. 

“Әкиәттә ҡунаҡта” әҙәби кисә  Бүздәк  районы 1-се һанлы урта мәктәбендә күрһәтелде.    ФОТО1

ФОТО2

Башҡортостан Республикаһы Бүздәк районы муниципаль районының Бүздәк  районы 1-се һанлы урта мәктәбендә “Йыл уҡытыусыһы - 2018” мәктәп конкурсында "Районымдың ижад шишмәләре" дәрес-сара күрһәтеп, еңеүгә ирештем.    

                                 

Район күләмендә үткән “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте  йыл уҡытыусыһы - 2018” конкурсында ҡатнашып, Башҡортостан Республикаһы  Бүздәк районы Бүздәк ауылы муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы «2-се дөйөм белем биреү мәктәбе»нең  5-се класында “Ҡыш Бабай бәләкәй саҡта” темаһына асыҡ дәрес күрһәтеп, беренселекте яуланым.  Дәрес.

 

Интернет селтәре аша тәжрибә менән уртаҡлашыуым 

   Мультидәрес, Инфодәрес, Дәрестәр йыйылмаһы, Педсовет педагогик берекмәләренең сайттарына үҙемдең дәрес, төрлө кластан тыш сара коспекттарын, мәҡәләләремде урынлаштырам. сертификат, диплом

  • 2014 йылдың апрель айында Туймазы ҡалаһында уҙған Төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция материалдары тупланған йыйынтыҡта “Башҡорт теле дәрестәрендә интерактив таҡта ҡулланыу” мәҡәләһе донья күрҙе.  брошюра

  •  "Туған тел – милли мәҙәниәт нигеҙе" , “Рәми Ғарипов ижады”мәҡәләләре  "Бүздәгем - йәнтөйәгем", “Бүздәк яңылыҡтары” район гәзите биттәрендә донъя күрҙе.

  • "Халҡымдың рухи хазинаһы" хеҙмәтем фән өлкәһендәге эҙләнеүҙәремдең тағы ла бер һөҙөмтәһе булып тора.   эҙләнеү

  1. Төрлө конференцияларҙа ҡатнашыуым

2013 йылдың февраль айында Өфө ҡалаһында уҙғарылған төбәк-ара конференция

2014 йылдың апрель айында Туймазы ҡалаһында уҙған Төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция файл.

2015 йылдың ноябрь айында Халыҡ-ара вебинар

2015 йылдың декабрь айында  төбәк – ара конференция.

  1. Уҡыусыларҙың ата-әсәләре менән берлектә ете быуынын барлап, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын өйрәнеп үткәргән шәжәрә байрамдарының әһәмиәте бик ҙур, тип уйлайым.

  Кеше үҙ халҡының, тыуған ил-ҡораның тарихын ни тиклем төплөрәк белһә, тамырҙарын тәрәнерәк һәм ентеклерәк күҙаллаһа милли аң кимәле, мәҙәнилеге, төрлө  халыҡ вәкилдәре араһында үҙ бәҫен белеүе лә шул тиклем юғарыраҡ була. Шәжәрә байрамдарын үткәргәндә мин төрлө быуындың күренекле вәкилдәре, аҡһаҡалдары менән осрашыуҙар ойошторам.​       

 4. Уҡыусыларҙы шиғриәткә, әҙәбиәткә йәлеп итеү, әҙәби ижадҡа һәләте булғандарын берләштереү, һәләттәрен артабан үҫтереү, төрлө конкурстарҙа ҡатнаштырыу маҡсаттары менән“Мирас” әҙәби ижади түңәрәген    ойошторҙом. 

  Уҡыусыларҙың ижад емештәре        

  •  Уҡыусылар ижадының һөҙөмтәләре: уҡыусыларымдың ижад емештәре район күләмендә сығарылған “Уҡыусылар ижады” йыйынтығында, “Бүздәгем-йәнтөйәгем” гәзитендә баҫтырылып сыҡты.                       

5. Тыуған илгә мөхәббәт туған телдән башлана, ә халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын, уның мәҙәниәтен, байрамдарын белмәйенсә тороп, туған телде өйрәнеү мөмкин түгел.

Һәр баланың тәбиғәттән бирелгән һәләттәрен һәм ҡыҙыҡһыныу - ынтылыштарын үҫтереүҙә минең кластан тыш сараларым да иғтибарға лайыҡтыр. Уларҙы юбиляр яҙыусыларға, мөһим булған билдәле көндәргә арнап үткәрәм мин. Төрлө әҫәрҙәрҙең өҙөктәрен сәхнәләштереү, спектаклдәр ҡуйыу үҙемә лә, уҡыусыларға ла оҡшай. 

  6. Муниципаль, төбәк-ара профессиональ конкурстарҙа ҡатнашыуым

  • «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2018» конкурсының муниципаль этабында еңеүсе.

7. Тәрбиә уҡыу-уҡытыу өлкәһендә һәр ваҡыт беренсе урында тора. Шуға күрә лә минең эшемдә төп маҡсат - балаларға төплө белем биреү менән бергә, заманға яраҡлашҡан, йәмғиәттә үҙ урынын лайыҡлы тапҡан, иленә, халҡына юғары хеҙмәт итерлек шәхес тәрбиәләү. Теләгем - һәр баланы әҙәп-тәрбиәгә, изгелеккә ынтылдырыу. Уҡыусыларҙа тырышлыҡ, яҡшылыҡ, ярҙамсыллыҡ кеүек  сифаттар тәрбиәләйем. Клас етәксеһе булараҡ эшләнем, 2015 йылдан алып тағы ла яуаплыраҡ вазифаны башҡарам - башланғыс кластар уҡытыусыһымын. Уҡыусыларҙа белем алыуға, туған тел һәм әҙәбиәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсаты менән төрлө тематик кисәләр, осрашыуҙар, байрамдар ойошторам. 

     Уҡыусылар өсөн тәбиғәт ҡосағында походтар, экскурсиялар ойошторам. Тыуған яҡты, уның тәбиғәтен яратыу, уға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү ҙә төп бурыстарымдың береһе булып тора. Мәктәп, район музейҙары, ветерандар менән эш традицияларын тергеҙеп, халыҡ педагогикаһы ярҙамында быуаттар буйы тупланған рухи, матди байлыҡты заманға яраҡлаштырып, уҡыусылар күңеленә һалам.

        Уҡыусылар менән  төрлө кимәлдәге конкурстарҙа бик йыш еңеү яулайбыҙ.

8. Жюри ағзаһы булараҡ эшмәкәрлегем

Комиссия составындағы эшмәкәрлек

муниципаль

Приказ о проведении муниципального этапа республиканской олимпиады школьников в 2017-2018 учебном году

 № 252 от 07.11.17г

III. Инновацион эшмәкәрлегем 

      Рәсәй һәм Башҡортостан мәғариф системаһы донъя мәғариф киңлегенә инеү йүнәлешендә ҙур үҙгәрештәр кисерә. Уларҙың асылы “заманса уҡытыу” төшөнсәһе менән бәйле. Бөгөн яңыса уҡытыу – заман талабы. Ул үҙ сиратында заманса яңы метод, технологиялар ҡулланыуға иғтибарҙы йүнәлтә.  Йәмғиәттәге үҙгәрештәрҙе уңай ҡабул итеп, заман менән бергә атлап барып, яңы педагогик технологияларҙың иң нәтижәлеһен һайлап алып, үҙләштереп эшләйем.

1) Инновацион технологияларҙы белеү, өйрәнеү өсөн, инновацион эшмәкәрлек буйынса үткәрелгән конференция, фестивалдәрҙә ҡатнашыу мөһим шарттыр. Шуның өсөн дә мин һуңғы йылдарҙа бындай конференция, фестивалдәрҙә актив ҡатнашып киләм:

2015 йыл – Халыҡ-ара инновационный проект “Әҙәби Рәсәй”.     

2013 йылдың февраль айында Өфө ҡалаһында уҙғарылған төбәк-ара конференция

2014 йылдың апрель айында Туймазы ҡалаһында уҙған Төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция

2015 йылдың ноябрь айында Халыҡ-ара вебинар

2015 йылдың декабрь айында  төбәк – ара конференция.

 2) Электрон белем биреү:

  • Интерактив электрон дәреслек.  Башҡорт теле: уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 10, 11-се  синыф уҡыусылары өсөн. Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ., 2011 й.

  • Электрон дәреслек. Башҡорт теле: уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6-сы синыф уҡыусылары өсөн. Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ., 2010 й.

  • Электрон дәреслек. Башҡорт теле: уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се синыф уҡыусылары өсөн. Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ., 2010 й.

  • Электрон дәреслек. Башҡорт теле: уҡытыу урыҫ телендлә алып барылған мәктәптәрҙең 8-се синыф уҡыусылары өсөн. Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ., 2010 й.

  • Электрон дәреслек "Башҡорт теле грамматикаһы", Усманова М.Ғ., 2016

  • Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудиоәсбап №1

  • Электрон дәреслек "Офлайн башҡортса-русса, русса-башҡортса һүҙлек" 2016

  • "Башҡорт әҙәбиәте" предметы буйынса 5 - 11 -се класс уҡыусылары өсөн әҙәби әҫәрҙәр йыйынтығы, 2016 

  • Электрон дәреслек "Башҡорт теле грамматикаһы", Усманова М.Ғ. , 8 класс, 2014

    

3) Интерактив таҡта менән эшләү, мультимедиа проекторын, интернет селтәрен файҙаланыу, проекттар методы ҡулланыу

4) Дистанцион ярыш

      2015 йылдағы дистанцион конкурсты “Яҡташым исеме менән республикамды данлайым” тип атаным.  Был ярыштың маҡсаты: яҡташ яҙыусыларыбыҙҙың ижадын өйрәнеү һәм данлау Ярыштар буйынса эш сайт, электрон почта аша алып барылды.

Был ярыштар бөтәһенең күңеленә лә хуш килде.        

6) Бушлай видеоэлемтә  программаһы  Skype (Скайп) менән эшләү

     Скайп системаһы  районыбыҙҙың башҡорт  теле уҡытыусыларын һәм уҡыусыларын  тупланы. Бушлай видеоэлемтә программаһы  Skype уҡытыу процесында ла бик кәрәкле, уңайлы, тип таптым мин. Уҡыусылар өсөн бушлай шалтыратыуҙар бик уңайлы. Өй эше буйынса һорауҙары тыуһа, берәй сараға, олимпиадаларға әҙерләнгәндә лә бик яйлы. Шиғырҙы яттан тасуири һөйләү конкурсына ла тап ошолай әҙерләндек. Башҡа дистанцион аралашыу сараларынан нимәһе менән ҡулай, тип әйтерһегеҙ.  Скайп аша телмәр үҫтереү өҫтөндә лә эшләп була. Улай ғына ла түгел районыбыҙҙың башҡорт теле уҡытыусылары берәй һорау өҫтөндә эшләгәндәме, ағинәйҙәр ултырышына әҙерләнгәндәме ошо Скайптың күмәкләп аралашыу функцияһын ҡулланып һөйләшеп алабыҙ, фекерҙәр менән уртаҡлашабыҙ.  “Яҡташым исеме менән республикамды данлайым” ижади дистанцион сараны ла тап ошо Скайп элемтәһе аша үткәрҙем.   Скайп аша уҡыусылар бер-береһен үҙ ауылдарының  яҙыусылары менән таныштырҙы.      

 

 

IV. Уҡыусылар менән эшмәкәрлегем

1) Уҡыусыларҙың уҡыуҙағы уңыштары​

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса өлгөрөш -100%, сифат - 81% - 89% тәшкил итә.

2) Уҡыусыларҙың олимпиадаларҙа ҡатнашыуы

 

Галлямова Юлия   9 класс  Район  1 урын. 2015-2016 уҡыу йылында

Сәяпова Эльза         10 класс  Район   Призер    2016-2017 уҡыу йылында

Чурмантаева Диана  11 класс район    призер    2016-2017 уҡыу йылында  

3) Уҡыусыларҙың төрлө ярыш, конкурстарҙа ҡатнашыу  һөҙөмтәләре

№       Конкурстың исеме, үткәрелеү ваҡыты                               Кимәле                    Яуланған урын

 

 "Республикамды маҡтайым" иншалар конкурсы, 2013 й.        район                           Еңеүсе

 

Республика, мәҙәниәт йылына арналған конкурс, 2013й.       республика  Яҡшы күрһәткестәр өсөн

 

Открытый краеведческий конкурс  ми. Флюры

Ахмеровой “Золотые страницы памяти” ,2014й.                          республика             1 урын

 

Еңеүҙең 70 йыллығына, Әҙәбиәт йылына бағышланған

шиғыр уҡыусылар конкурсы                                                             район                        1 урын

 

Тикшеренеү эштәр бәйгеһенең «Лингвистика. Башҡорт теле»

номинацияһында, 2014 й..                                                                  район                       Еңеүсе

 

“Башҡортостан ынйылары” конкурсы,2015 й.                                район                     Еңеүсе

                                                                                                                                                     Гран при

 

 “Мостай Кәрим” конкурсы, 2015й.                                                    район                       1 урын

 

"Әҙәби Башҡортостан" эҙләнеү – тикшеренеү бәйгеһе, 2015 й.  Республика            Призер

 

"Туҡай моңдары" республика шиғыр уҡыусылар

конкурс-фестивале, 2015 й.                                                                   республика            2 урын

 

“Республикаңды беләһеңме” конкурсы,2015й.                                 район                    1 урын

 

"Республикамды маҡтайым" район иншалар конкурсы, 2015 й   район                    Призер

                                                                                                                                                       2 урын

 

"Республикам минең" район уҡыусылар әҙәби

әҫәрҙәр конкурсы, 2015й.                                                                        район                Еңеүсе

 

 Г.Тукайҙың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған конкурс, 2016й.  район              Призер

 

"Урал батыр" эпосын иң яҡшы сәхнәләштереүсе"

номинацияһында, 2015 й.                                                                          район                Призер

 

«Урал батыр» эпосын яттан һөйләү” район бәйгеһе, 2016 й.          республика      Призер

 

Республика көнөнә арналған шиғыр уҡыусылар бәйгеһе, 2016 й.   район              Еңеүсе

                                                                                                                                                      Призер

 

"Туҡай һүҙе төрлө телдәрҙә" район шиғыр

уҡыусылар конкурс-фестивале, 2016 й.                                                      район             Призер

4)Уҡыусыларҙың фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашыу һөҙөмтәләре

Конференцияның исеме                          Үткәрелеү ваҡыты                 Кимәле         Яуланған урын

“ XXI Вәлиди уҡыуҙары”республика 

фәнни-ғәмәли конференцияһының

 “Шәжәрә өйрәнеүҙә тәрән фәнни ҡараш”

номинацияһында                                                        2016 й.                    республика         Грамота

“Халиков уҡыуҙары” республика

фәнни-ғәмәли конференцияһының

"Минең шәжәрәм" номинацияһында                    2018 й.                     республика       Еңеүсе


      Уҡыусылар менән, үҙҙәренең шәжәрәләрен өйрәнеүҙән тыш, тыуған яҡтан сыҡҡан билдәле, күренекле шәхестәрҙең шәжәрәләрен төҙөү өҫтөндә лә эшләйбеҙ.

 5) Проекттар өҫтөндә эшләү

Проект методы шәхси сифаттарҙы ғына түгел, уҡыусыларҙың универсаль уҡыу ғәмәлдәрен формалаштырырға ла ярҙам итә. “Яҡташ яҙыусылар ижады” проекты өҫтөндә эшләгәндә, уҡыусылар Бүздәк районынан сыҡҡан яҙыусыларҙың ижадын   ҙур ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнделәр. 

bottom of page